ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Июль 2022, 09:24

65 йәшлек ханым Ғәҙелша шарлауығында бәләгә тарыған...

   

65 йәшлек ханым Ғәҙелша шарлауығында бәләгә тарыған...65 йәшлек ханым Ғәҙелша шарлауығында бәләгә тарыған...
65 йәшлек ханым Ғәҙелша шарлауығында бәләгә тарыған...

Башҡортостанда кисә кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Баймаҡ районының Ғәҙелша шарлауығында турист менән бәхетһеҙ осраҡ булыуы тураһында хәбәр килгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1957 йылғы ҡатын ҡолаған һәм аяғын һындырған. Уға ҡотҡарыусыларҙың һәм табиптарҙың ярҙамы талап ителгән. Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре уға тәүге ярҙам күрһәткән һәм зыян күреүсене ашығыс ярҙам бригадаһына илткән.

 

Фото:госкомитет РБ по ЧС

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас