

Өфөлә 15 йәшлек үҫмер урамда 11 йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәрҙергән, тип хәбәр итә баш ҡаланың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.
Юл-транспорт ваҡиғаһы 30 июндә, киске сәғәт 8-ҙә Спорт урамында теркәлгән. Авария ваҡытында бала юл буйлап китеп барған. Әле бәлиғ булмаған водитель һәм ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Мопед махсус туҡталҡаға йүнәлтелгән. Полиция ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Фото:ГИБДД Уфы