ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Июль 2022, 03:39

Дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Улар араһында бәләкәй бала ла була... 

Дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!Дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!
Дүрт кешенең ғүмерен ҡотҡарған!

Бәләкәй балалы ғаилә китеп барған автомобиль юлдан осоп ситкә төшөп китә һәм яна башлай. Был хәлде ошо уҡ юлдан үтеп барған Раил Атимбәтов күреп ҡалып туҡтай. Ул шунда уҡ янып ятҡан машина янына йүгереп бара һәм салондағыларҙың бөтәһен дә тышҡа сығарыуға өлгәшә.

Был ваҡытта ут көсәйеп, ҡаза күреүселәрҙең кейеме яна башлаған була. Раил тиҙ арала ярҙам күрһәтеп, бәләгә тарығандарҙы хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрә. Шулай итеп, ҡыйыу егет дүрт ғүмерҙе ҡотҡара. Афариндан башҡа нимә тиһең был осраҡта!  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/pozitiv_news_ufa

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас