

Йән әсетерлек фажиғә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән.
Талалаевка ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән ҡыҙ менән малай ололар күрмәгәндә, уларҙы иҫкәртмәй, ҡармаҡтар алып, йорттан 700 метр алыҫлыҡтағы йылғаға балыҡ тоторға баралар. Ҡармаҡтары һыуҙа нимәгәлер эләккәс, бәләкәй ҡыҙыҡай уны ысҡындырырға маташа. Ләкин ташҡа тайып, һыуға сума.
Малай ярҙам һорап, өләсәһенә йүгерә. Ул тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта, ә ейәнсәрен ярҙан бер нисә метр ситтә эҙләп таба. үҙе беренсе ярҙам күрһәтеп ҡарай, әммә файҙаһыҙ.Медиктар баланың үлемен теркәй.