ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Июнь 2022, 05:37

Ике баланы ҡотҡарғандар

  

Ике баланы ҡотҡарғандарИке баланы ҡотҡарғандар
Ике баланы ҡотҡарғандар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре полиция майоры Илгиз Әхмәтйәнов һәм эске хеҙмәт капитаны Рәсим Мәүлийәров янған йорттан ике баланы ҡотҡарған.

«Дәүләкән ҡалаһының шәхси йорттар секторы буйлап үткәндә, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Титов урамындағы бер ҡатлы ағас йорттоң ҡыйығын ут ялмап алыуын күргән. Улар янғын хаҡында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр иткән һәм ярҙамға ашыҡҡан. Бинаны тикшергәндән һуң, полицейскийҙар тәҙрәләр аша өйҙә ике бала барлығын күргән. Ишекте ут ялмап алғанға күрә, улар тәҙрәнең береһен ватҡан һәм тиҙ арала урамға 8 йәшлек Динарҙы, ә уның 14 йәшлек ағаһы Алмазды сығарған», - тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.

 

фото:Башинформ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас