ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Июнь 2022, 08:43

Ҡатын һыуға батып үлгән, ирҙе ҡотҡарғандар...

     

Ҡатын һыуға батып үлгән, ирҙе ҡотҡарғандар...Ҡатын һыуға батып үлгән, ирҙе ҡотҡарғандар...
Ҡатын һыуға батып үлгән, ирҙе ҡотҡарғандар...

Башҡортостанда ике көн эсендә һыу ятҡылыҡтарында бер нисә хәл теркәлгән. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 июндә Ҡырмыҫҡалы районында Ағиҙел йылғаһында 31 йәшлек ҡатындың һыу инеүе үлем менән тамамланған. Ул батып үлгән. Ә 23 июндә Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылында янындағы күлдә 30 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә яҙған: уны шаһиттар ҡотҡарған, ирҙе реанимация бүлегенә оҙатҡандар. Һуңғы осраҡ буйынса Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр.

«Өс дуҫ, хеҙмәттәштәр, өсәүләп күлдә һыу инергә булған. Сиратлап һикергәндәр. Бөтәһе лә сыҡмағас, юғалғанды эҙләй башлағандар. Уны табып, ярға сығарғандар һәм "112" хеҙмәтенә шылтыратҡандар. Килеп еткән табиптар зыян күреүсегә медицина ярҙамы күрһәткән һәм ул ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Әйтергә кәрәк, был күл һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, яр буйында һыу инеүҙе тыйыу тураһында иҫкәртеүсе аншлагтар ҡуйылған.

Ошоға бәйле БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙы ғына һайларға саҡыра.

«Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ. Һыу төбө билдәһеҙ булған урындарҙа суммағыҙ: ташҡа һуғылырға йәки арматура деталдәренә, торбаларға тап булырға мөмкин. Иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ», - тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа ведомствола.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ).
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас