ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июнь 2022, 16:25

Төҙөлөш эштәре барышында 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән

    

Төҙөлөш эштәре барышында 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгәнТөҙөлөш эштәре барышында 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән
Төҙөлөш эштәре барышында 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән

Өфөлә төҙөлөштә 18 йәшлек хеҙмәткәр үлемесле йәрәхәтләнгән.

«Йәш кешене буяу эштәре менән шөғөлләнеү өсөн подрядсы яллаған. Эшсе төҙөлөш баҫмаларында торғанда улар емерелгән. Дәүләкән районынан зыян күргән егетте "тиҙ ярҙам" машинаһында 13-сө дауаханаға оҙатҡандар. Табиптар ябыҡ формала баш һөйәге-мейе йәрәхәтләнеүен һәм баш мейеһе һелкенеүен асыҡлаған», - тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Асыҡланыуынса, Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эшсенең ғүмерен өҙгән бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башлаған.

«21 июндә Гвардия урамындағы төҙөлөш объектында ярҙамсы эшсегә 10,8 метр бейеклектән (вышка-турҙан) ағас түшәмәнең ике секцияһы ҡолаған. Зыян күреүсене медицина учреждениеһына алып киткәндәр, һуңынан ул вафат булған. Тикшереү барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

 

фото һәм мәғлүмәт: "Башинформ".

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас