ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июнь 2022, 13:51

Хәйбулла районы баҫыуында янғын сыҡҡан

Районда IV класлы янғын хәүефе фаразлана.

Хәйбулла районы баҫыуында янғын сыҡҡанХәйбулла районы баҫыуында янғын сыҡҡан
Хәйбулла районы баҫыуында янғын сыҡҡан

23 июндә Хәйбулла районында ҡоро үләнгә ут тоҡанған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, Маҡан ауылы янындағы 3 гектар майҙанды ялҡын ялмап алған.

Янғын һүндереүселәр утты һүндереп өлгөргән, бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Уның сәбәптәре асыҡлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, ямғыр йыш яуһа ла, Хәйбулла районында IV класлы, республиканың башҡа райондарында II–III класлы янғын хәүефе фаразлана.

 

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас