

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Балтас районының Үрге Иванай ауылында 55 йәшлек ҡатындың ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөүе тураһында хәбәр килде.
«Урынға Баш идаралыҡтың 66-сы янғын-ҡотҡарыу часы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡоҙоҡтан ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен сығарған һәм табиптарға тапшырған. Улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үлемен раҫлаған», - тип һөйләнеләр «Башинформ» мәғлүмәт идаралығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.