ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Июнь 2022, 04:15

Йәштәр бәхәсләшеп китеп, юл фажиғәһенә эләккән

Аварияла 29 йәшлек пассажир ҡыҙ һәләк булған. 

Йәштәр бәхәсләшеп китеп, юл фажиғәһенә эләккәнЙәштәр бәхәсләшеп китеп, юл фажиғәһенә эләккән
Йәштәр бәхәсләшеп китеп, юл фажиғәһенә эләккән

Дәүләкән районында үлемесле авария. Осраҡ Дәүләкән – Бүздәк автомобиль юлының 2-се километрында теркәлгән. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынында 27 йәшлек водитель «Шевроле Круз» автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә түңкәрелгән.

Аварияла 29 йәшлек пассажир ҡыҙ һәләк булған. Водитель әйтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡ йәштәр бәхәсләшеп китеп, егет иғтибарын ситкә йүнәлткән мәлдә теркәлә. Йәштәрҙең ай аҙағында өйләнешергә йыйыныуы билдәле. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

 

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/179182-yeshter-bekheslesh..

Автор:
Читайте нас