ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Июнь 2022, 08:18

«Ласковый май» төркөмөнөң солисы Юрий Шатунов вафат булған

Билдәле булыуынса популяр артист Башҡортостанда Күмертау ҡалаһында тыуған

«Ласковый май» төркөмөнөң солисы Юрий Шатунов вафат булған«Ласковый май» төркөмөнөң солисы Юрий Шатунов вафат булған
«Ласковый май» төркөмөнөң солисы Юрий Шатунов вафат булған

23 июндә Мәскәүҙә танылған артист, «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булды. Уға 48 генә йәш ине.

Был хаҡта телеграм-каналдар хәбәр итте, Википедияла ла артистың вафат булған көнө барлыҡҡа килде. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул саҡырыуға килгән ашығыс ярҙам автомобилендә һәләк булған. Уға инфаркт диагнозы ҡуйғандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, популяр артист Башҡортостанда, Күмертау ҡалаһында тыуған. Ул балалар йортонда үҫкән.

«Белые розы», «Седая ночь», «Розовый вечер», «Детство» һәм башҡа йырҙар артисҡа ҙур популярлыҡ килтерҙе, уларҙы бөтә ил йырланы. 2015 йылда «Звуковая дорожка» премияһын тапшырыу тантанаһында Юрий Шатунов Рәсәйҙең шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премия алды.

 

 

фото һәм мәғлүмәт: Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас