ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Июнь 2022, 17:29

Күрше районда - фажиғә

  

Күрше районда - фажиғәКүрше районда - фажиғә
Күрше районда - фажиғә

Башҡортостандағы ауылда «Муравей» мотороллеры водителе электр бағанаһына төкөгән һәм һәләк булған.

Фажиғәле осраҡ көндөҙгө сәғәт өстә Баймаҡ районының Абдрахман ауылында булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 56 йәшлек ир «Муравей» мотороллеры менән идара иткәндә электр бағанаһына төкөгән.

«Авария һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәренән урында һәләк булған. Билдәле булыуынса, транспорт сараһы билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән, шулай уҡ ирҙең водитель таныҡлығы ла булмаған. Авария сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында автоинспекторҙар эшләй», - тип белдерҙеләр ведомствола.

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас