ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Июнь 2022, 08:20

Кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған

   

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы Кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булғанБашҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы Кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булған
Кейәү менән кәләштең бәхәсе юл фажиғәһенә сәбәпсе булғанФото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы

Дәүләкән районында кисә иртәнсәк Дәүләкән — Бүздәк автомобиль юлының 2-се саҡрымында үлемесле фажиғә булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 йәшлек егет идара иткән автомобиль юл ситенә сығып осҡан.

Юл-транспорт ваҡиғаһында 29 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәренән һәләк булған. Водитель һүҙҙәренсә, ул һөйгәне менән бәхәсләшеп киткән һәм идара итеү һәләтен юғалтҡан. Йәштәр ай аҙағында өйләнешергә йыйынған булған.

Әле юл фажиғәһе буйынса тикшереү бара. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

 

Автор:Дарья Субботина

Видео:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас