

Дүртөйлө районында ғаиләләрҙең береһендә ҡайғы булған. 17 июндә иртәнсәк өйҙә 14 йәшлек үҫмер үле килеш табылған.
«Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер үҙ теләге менән яҡты донъянан киткән.
«Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам килгән, ләкин табиптарға үҫмерҙең үлемен теркәргә генә ҡалған. Ғаиләнең имен булмаған булараҡ иҫәптә тормауы билдәле. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар уҡыусыны ошондай ҡылыҡҡа этәргән сәбәпте асыҡлай», - тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Социаль селтәрҙәге сәхифәләренән күренеүенсә, үҫмер спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, төрлө ярыштарҙа еңеү яулаған - миҙалдар һәм грамоталар менән билдәләнгән.
фото һәм мәғлүмәт: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.