

17 июндә иртәнсәк балыҡсынан Ҡалтасы районының Буралы ауылы янындағы быуала мәйет табылыуы тураһында мәғлүмәт килгән. Яр буйында кемдеңдер өҫкө һәм аяҡ кейемдәре ятҡан.
Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп етә, улар урындағы йәшәүсе менән бергә 1989 йылғы ҡатынды яр буйына сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
«Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла. Йыл башынан һыуҙа бөтәһе 35 ваҡиға теркәлгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте