ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июнь 2022, 03:00

19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...

Яҡтыкүл буйында квадроциклда йөрөү фажиғәле тамамланған...

19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...
19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...

Әбйәлил районында, Яҡтыкүл буйында, кисә киске сәғәт 8 тирәһендә 19 йәшлек ҡыҙ Cfmotо Сforce квадроциклы руле артына ултырып, транспортты түңкәргән. Аварияла водитель алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән.

Асыҡланыуынса, квадроцикл билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән, ә ҡыҙҙың водитель таныҡлығы булмаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

"Квадроциклдың конструкцияһы юғары тиҙлектә текә боролоштарҙы хәүефһеҙ үтеү мөмкинлеген күҙ уңында тотмай. Водитель киҫкен боролош яһарға маташҡанда, транспортты үҙе менән бергә әйләндереү хәүефе барлыҡҡа килә, был үлемгә йәки һаулыҡ өсөн етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Һәм, мотоцикл менән идара иткәндә, һуңғыһы ошондай авария булғанда икенсе яҡҡа осһа, Әбйәлил районындағы фажиғәле хәлдә кеүек квадроцикл күпселек осраҡта, водителдең ауырлығы менән ҡаплай. Ә бындай транспорттың ауырлығы өс йөҙ килограмм самаһы", - тип аңлатты Башҡортостанда баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

фото:ЮХХДИ

19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...
19 йәшлек ҡыҙ руль артына ултырып...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас