

Борай районы полицияһына Алтай ауылында йәшәгән 53 йәшлек ир ваҡ мөгөҙлө малдың юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Иртәнсәк ул үҙенең кәртәһендә һарығын тапмаған, һәм күршеһен урлауҙа ғәйепләгән.
«Асыҡланыуынса, һарыҡты ысынлап та күршеһе - 57 йәшлек ир урлаған. Уның биләмәһендә хайуандың бер нисә өлөшкә бүленгән кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төн уртаһында байтаҡ араҡы эскән ир күршеһенең участкаһына инеп, кәртәһен асҡан һәм, бер тәкәне эләктереп, уны баҡса аша үҙенең ихатаһына һөйрәп алып ингән. Баҡса эсендә урланған малдың башын киҫкән, ә түшкәһен үҙенең кәртәһенә алып барған. Башҡарылған эштәрҙән һуң ғәйепләнеүсе йоҡларға ятҡан. Иртән ир һарыҡ итенән аш бешерергә йыйынған, ләкин ул өлгөрмәгән, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тикшереү барышында хужа йәнлекте таныған. Уның күршеһе үҙ ғәйебен таныған. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының («урлау») 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.