

«Мәрхүмдең шәхесе асыҡланған. Ул Мәхмүт ауылынан эшҡыуар булып сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир эре мал үрсетеү, эшкәртелмәгән һөт етештереү менән шөғөлләнгән, фермер хужалығы етәксеһе булған. Ул 2021 йылдың ноябрендә хәбәрһеҙ юғалған», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Әле оператив-тикшереү саралары уҙғарыла, ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана. Көс ҡулланып үлтереү билдәләре юҡ.