ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июнь 2022, 09:32

Ҡытай ғалимдары сит цивилизациянан сигнал алған

Ғәжәп яңылыҡ тураһында «New-Science.ru» белдерә. 15 июндә Ҡытай ғалимдары 2020–2022 йылдарҙа FAST радиотелескобы менән йыйылған мәғлүмәттәрҙе тикшереү барышында сәйер һәм ят сигналдар ишетеп хайран ҡалған.

Ҡытай ғалимдары сит цивилизациянан сигнал алғанҠытай ғалимдары сит цивилизациянан сигнал алған
Ҡытай ғалимдары сит цивилизациянан сигнал алған

Ғәжәп яңылыҡ тураһында «New-Science.ru» белдерә. 15 июндә Ҡытай ғалимдары 2020–2022 йылдарҙа FAST радиотелескобы менән йыйылған мәғлүмәттәрҙе тикшереү барышында сәйер һәм ят сигналдар ишетеп хайран ҡалған. Факттарҙы асыҡлау маҡсатында яҡын арала ентекле тикшереү үткәреүгә тотонмаҡсылар. Мәҫәлән: ят сигналдарҙың сит цивилизацияға ҡағылышы булыу һәм булмау мөмкинлеген. Иң юғары технологиялар менән йыһазландырылған FAST радиотелескобы электромагнит һәм нескә яҫылыҡтағы сигналдарҙы яҡшы айыра. Әммә тауыштың алыҫ Йыһанданмы әллә Ерҙәнме икәнен айырыу еңел түгел. “Радиотулҡындарҙа ниндәйҙер ситкә тайпылыш булыу мөмкинлеген дә иҫәптән сығарырға ярамай. Һөҙөмтәлә әлеге хәбәрҙе кире ҡағырға йәки раҫларға кәрәк”, – тип белдерә профессор Чжан Туанцзе, мәғлүм булыуынса, был асыш уның етәкселегендә тормошҡа ашырылған.

Ryazan.life бығаса хәбәр итеүенсә, «Роскосмос» заманса спутниктар төҙөү өсөн ҡаҙнанан күберәк аҡса һорарға ҡарар иткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина.
Автор:
Читайте нас