

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Daewoo Nexia машинаһы менән идара иткән 21 йәшлек егет авария эшләгән.
Ваҡиға Мәләүез районында, Смаҡ – Йомғужа – Воскресенское юлының 24-се саҡрымында, теркәлгән. Машина юлдан сығып осҡан һәм түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водительдең 15 йәшлек бер туған ҡустыһы ауыр тән йәрәхәттәре алған һәм бер сәғәттән дауаханала йән биргән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.