ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Май 2022, 11:44

Тағы ла бер ҡот осҡос хәл

-

Тағы ла бер ҡот осҡос хәлТағы ла бер ҡот осҡос хәл
Тағы ла бер ҡот осҡос хәл

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығына кисә Ишебайҙағы бер йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр итәләр. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр оҙатыла.

Билдәле булыуынса, йорттоң 1 метр тирәһе иҙәне янып, юҡҡа сыҡҡан. Янғын ваҡытында кейеменә ут ҡапҡан 86 йәшлек ҡатын тышҡа йүгереп сыға. Уға күршеләре ярҙам күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа күрә,  урынға килгән “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре ҡатындың үлеүен әйтә.

Әле янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова.
Автор:
Читайте нас