ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Май 2022, 09:48

Онотмағыҙ: себен-серкәйгә ҡаршы москит селтәре баланың ауырлығына сыҙамай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй миҙгелендә бындай аяныслы хәлдәр тағы ла йышая. 29 майҙа 2 йәшлек сабый тәҙрәнән осоп ғүмере менән хушлашты…

Онотмағыҙ: себен-серкәйгә ҡаршы москит селтәре баланың ауырлығына сыҙамайОнотмағыҙ: себен-серкәйгә ҡаршы москит селтәре баланың ауырлығына сыҙамай
Онотмағыҙ: себен-серкәйгә ҡаршы москит селтәре баланың ауырлығына сыҙамай

 Стәрлетамаҡ ҡалаһында биш йәшлек бала күп ҡатлы йорттоң 3-сө ҡатындағы тәҙрәнән ҡолап төшкән, тип яҙа «Кп-Өфө».

Бәлә 29 майҙа Еңеү урамында урынлашҡан йортта була. Бәхеткә күрә, ҡыҙсыҡ иҫән, тик ныҡ йәрәхәтләнгән. Әле ул дауаханала, табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала йыл башынан тәҙрәләрҙән 11 бала йығылып йәрәхәтләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе һәләк булған. Был хәл Өфөлә 29 майҙа була, ике йәшлек сабый тәҙрәнән осоп ғүмере менән хушлашты…


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй миҙгелендә бындай аяныслы хәлдәр тағы ла йышая. Шуға ла ата-әсәләр уяу булһын ине. Ҡотҡарыусылар ҙа ҡат-ҡат иҫкәртеүҙән туҡтамай, себен-серкәйгә ҡаршы москит сеткаһы баланың ауырлығына сыҙамай, уға ышанып тәҙрәләрҙе асып ҡуйыу хәүефле. Балалы йортта тәҙрәләрҙә йоҙаҡлы тотҡостар, һаҡлаусы махсус тростар булырға тейешлген иҫтән сығармаһаҡ ине. Сабыйҙарыбыҙҙың хәүефһеҙлеге беҙҙең ҡулда.

 

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас