ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Май 2022, 04:36

Хәйбулла районында фажиғә...

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

ЮХХДИ Хәйбулла районында фажиғә...ЮХХДИ Хәйбулла районында фажиғә...
Хәйбулла районында фажиғә...Фото:ЮХХДИ

Авария Юлдыбай - Аҡъяр юлының 45-се саҡрымында булған.

Республика автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, 35 йәшлек ир ВАЗ-2110 машинаһында Аҡъярға китеп барған. Фараз буйынса, ул үҙенең идара итеү һәләтен юғалып, юл ситенә сығып осҡан һәм ауҙарылған. Водитель табиптар килгәнсе ваҡиға урынында йән биргән. 34 йәшлек пассажир ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас