

Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман егеттәребеҙҙең береһе Денис Камалетдиновтың ағаһы социаль селтәрҙә фәһемле яҙма ҡалдырҙы, тип быға тиклем яҙғайныҡ. Ҡаһарман башҡорт һәм татар егеттәренең элемтә аша туған телдә һөйләшеүе арҡаһында күпме ғүмерҙәр һаҡланып ҡалған һәм сәпкә тоҫҡалған ут барып еткән...
“Ҡустымдың корректировка яһаусыһы капитан татар егете була. Ҡустым сәптәрҙе билдәләү өсөн разведкаға китә. Билдәләгәс, код ярҙамында координаталарҙы еткерә. Әммә артдивизион иҫәпләп, ут асыуы була – сәп был райондан күсә. Тәүҙә Денис быны осраҡлы тап килеү тип уйлай, әммә дүрт тапҡыр рәттән ошо хәл ҡабатлана. Ҡаршы яҡтың каналда “ултырып”, барыһын да тыңлап, белеп тороуы асыҡлана. Шул саҡ Денис корректировка яһаусы менән эфирҙа башҡорт телендә аралаша башлай. Һәм уңыш... Һәр сәпкә тура тоҫҡап ата башлайҙар. Дошман шокта. Полк командиры ҡустыма: "Башкирцы, молодцы!" - тип өндәшә. Быны ишетеп, ҡустым ихлас йылмая. Беренсенән, балалар баҡсаһында үҙе йырлап йөрөгән "Любезники любизар, маладис, маладис!" тигән башҡорт халыҡ йырын иҫкә төшөрә, икенсенән, полк командиры, Кутузов кеүек, бер күҙен бәйләп йөрөгән була, сөнки алыш мәлендә яра ала. Бына шулай итеп, полк командиры, үҙе лә белмәйенсә, ике йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Кутузовты ҡабатлай”, - тип яҙҙы Денис Камалетдиновтың ағаһы был турала.
Фото һәм сығанаҡ: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө (https://vk.com/club36676061)