ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Май 2022, 16:55

Ауыл көтөүен көтөргә сығып...

62 йәшлек ирҙе 21 майҙан эҙләгәндәр...

Ауыл көтөүен көтөргә сығып...Ауыл көтөүен көтөргә сығып...
Ауыл көтөүен көтөргә сығып...

21 майҙа Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан 62 йәшлек ир үҙ сиратында ауыл халҡы малын көтөргә киткән һәм юғалған.

Дүртенсе көнөнә ауылдашы өсөн борсолоп, урындағы халыҡ ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ирҙе тағы ике көн уңышһыҙ эҙләүҙе күршеләр, полицейскийҙар һәм ҡотҡарыусылар көсө менән дауам итә. Ниһайәт, бөгөн ул, туғандарына шылтыратып, күрше Бикбирҙе ауылында булыуы хаҡында хәбәр итте. Алты көн юғалған ир менән нимә булғаны асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас