ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Май 2022, 04:51

Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?

              

ЮХХДИ Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?ЮХХДИ Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?Фото:ЮХХДИ

ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, кисә 23 майҙа Мишкә районында Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлының 24-се саҡрымында «Лада Веста» менән ҡаршыға килгән «ВАЗ-2110» автомобилдәре төкөшкән.

Ҡыҙғанысҡа күрә, ике ҡатын-ҡыҙ – «ВАЗ-2110» автомобиленең водителе һәм пасажиры тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе ваҡиға урынында йән биргән. Шулай уҡ ошо машинала ултырған тағы бер ханым зыян күргән. «Лада Веста» автомобиленең водителе һәм пассажиры дауаханаға оҙатылған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

 «Билдәле булыуынса, һәләк булған ханымдар МФЦ-ға барғандан һуң  район үҙәгенән Сосновка ауылына ҡайтып барғандар. Икенсе автомобилдәге кешеләр өләсәһен ерләргә тип юлға сыҡҡандар. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған, енәйәт эше ҡуҙғатылған», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, һәләк булған 35 йәшлек ҡатындың ике балаһы ҡалған.

Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Ҡот осҡос фажиғәлә кем ғәйепле?
Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас