Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Май , 07:54

Баланың үлем сәбәбен асыҡлайҙар

Интернатта булған был ҡыҙғаныс хәл...

Баланың үлем сәбәбен асыҡлайҙар
Баланың үлем сәбәбен асыҡлайҙар

2022 йылдың ғинуарында Серафимовка балалар-йорт интернатында 12 йәшлек Эрнест Г-ны үле килеш тапҡайнылар. Ошо фажиғәле ваҡиғаға ҡарата бер нисә айҙан һуң Башҡортостан Тәфтиш комитеты "Хеҙмәткәрҙең үҙ һөнәрен тейешенсә башҡармауы" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Яңылыҡтарҙа яҙылыуынса, баланы һуңғы - үле килеш - күргәндә, ул яланғас, ҡан эсендә һәм муйынында эҙҙәр була. Әммә экспертиза малайға ҡарата бер ниндәй ҙә көс ҡулланыуҙы асыҡламай - үлем үҙенең сире арҡаһында булған, тигән һығымта яһала.

Эрнестың 2010 йылдан Өфөләге Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә даими пациент булыуы билдәле. Күп осраҡта уның ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала - тик реанимацияға һалып ҡына ҡотҡарып ҡалалар. 2,5 йәштә малай ябай ғына берәр һүҙ әйтә алған, ҡурҡыу тойғоһо булмаған, хәүефтең ни икәнен аңламаған, үҙаллы ашай, бәҙрәфкә йөрөй алмаған.

2012 йылда Эрнестҡа эпилепсияның ҡатмарлы төрө диагнозы бирелә. Малай үҫә төшкәс, уны уллыҡҡа алған әсә үҙе генә ҡарарлыҡ булмай, шуға күрә улын Туймазы районындағы Серафимовка балалар йорт-интернатына тапшырырға мәжбүр була. 2018 йылда малайҙа үҙ әсәһенән ҡан аша күскән генетик мутация булғанлығы асыҡлана. Яҡшы тәрбиә күргәндә бындай балаларҙың 25 йәшкә тиклем йәшәй алыуы ихтимал, тип өмөтләндергән табиптар.

Башҡортостан Тәфтиш комитеты яңынан билдәләнгән комплекслы суд-медицина экспертизаһы ярҙамында тәүге дәлилдәрҙе тикшерергә, үлем ваҡиғаһына төрлө яҡлап анализ бирергә ниәтләй.


Фото:bashinform.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в