Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Май 2022, 07:19

Юҡ, өмөттәр аҡланманы...

Айнурҙың ике бәләкәй ҡыҙы етем ҡалды. 

Юҡ, өмөттәр аҡланманы...
Юҡ, өмөттәр аҡланманы...

Сирҙәрҙең барыһын да еңел генә дауалап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө ҡыйбатлы медицина учреждениеларында дауаланыу өсөн йыйылған аҡсаның да ярҙам итмәгән осраҡтары күп. Бөгөн шундай яҡташыбыҙҙың береһе тураһында һөйләмәксебеҙ.

29 йәшлек Айнур Ғәйнетдинов 2017 йылда сирләп китә. Ул саҡта иргә “сысҡан биҙгәге” йоға. Күптәр сағыштырмаса еңел үткәргән был ауырыу Айнур өсөн ҙур проблемаға әйләнә. Уға һауығыу өсөн һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу талап ителә. Әммә Рәсәйҙә уға яраҡлы донор таба алмайҙар.

"Айнурҙың хәле насарлана барҙы. Аптырағас, быйыл ғинуарҙа уға бик ярап бөтмәһә лә, атаһының һөйәк мейеһен күсерергә булалар. Тик операция өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына килгән Айнур ковид менән сирләп китә. Шуға күрә операцияны мартта ғына яһайҙар. Күрһәткестәре насар була һәм уны яһалма кома хәленә индереләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 майҙа ул йән бирә", – тип һөйләгән “Изгелек” фонды вәкилдәре.

Фонд вәкилдәре белдереүенсә, битараф булмаған кешеләр уның өсөн 2,25 миллион һум аҡса йыйған булған.

Айнур Ғәйнетдиновҡа ни бары 29 йәш булған. Ул Ҡариҙел районында йәшәгән, урындағы почтала водитель булып эшләгән. Ҡатыны менән ике бәләкәй ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Уны дауалау өсөн йыйылған аҡсаның бер өлөшө – 1,28 миллион һумы – фондтың башҡа сирле кешеләренә таратыласаҡ.

Ирҙең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

 

 

Фото: "КП-Өфө".

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: