Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май 2022, 07:14

Уттан бер нимәлә ҡалмай...

Төндә ут мунсанан башҡа йорт-ҡаралтыларға күскән. Ҡыҙғанысҡа күрә...

Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...

7 майҙа төндә Борай районының Иҫке Көрйә ауылында сыҡҡан янғында һыйыр һәм бәләкәй быҙау һәләк булған.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын ағас йорттоң мунсаһынан башлана, һуңынан ут бинаның үҙенә, кирбес верандаһына, металл гаражға, усаҡлыҡҡа, кәртәгә, шулай уҡ «Волга» һәм «ВАЗ-2105» автомобилдәренә лә күсә.

Бынан тыш, 74 йәшлек ир зыян күргән - өлкән йәштәге ир машинаны ялҡындан ҡыуып ебәрергә маташҡан. Әле ул райондың үҙәк дауаханаһында ята.

Асыҡ утты 10 хеҙмәткәр һәм 4 берәмек махсус техника ярҙамында 4:27 сәғәттә һүндергәндәр. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Урында федераль дознаватель эшләй.

 

Фото:МЧС РБ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: