Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май 2022, 06:45

Сибай эргәһендә - ҡот осҡос фажиғә

  

Сибай эргәһендә - ҡот осҡос фажиғә
Сибай эргәһендә - ҡот осҡос фажиғә

9 майҙа иртән Баймаҡ районында Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 102-се саҡрымында ике кеше һәләк булған.

Ошо хәл тураһында тулыраҡ Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сибайҙан 35 йәшлек ир «Toyota Camry» менән идара иткәндә юл ситенә сығып осҡан, машина түңкәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның пассажиры табиптар килгәнсе йән биргән. Тағы ла бер пассажир ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Тәфтиш-оператив төркөм юл фажиғәләренең сәбәптәрен асыҡлай.

 

 

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: