Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май , 13:57

Бер авария - биш ғүмер

Кисә байрам көндәрендә булған ике авария сәбәпле биш кешенең ғүмере өҙөлөүө тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн йәнә ҡурҡыныс яңылыҡ...

Бер авария - биш ғүмер
Бер авария - биш ғүмер

Бөгөн таң менән республикала бик ҡурҡыныс авария була. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Өфө – Яңауыл юлының 133-сө километрында, Мишкә районында Skoda Roomster менән Renault Sandero машиналары бәрелешә. Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар, полиция, табиптар сыға.

Урынға килеп еткәс, шул асыҡлана: бәрелешкәндән һуң “Рено” маркалы машина янып китә. Ҡотҡарыусылар машинаны һүндерә һәм йәрәхәтләнгән кешеләрҙе сығара.

Аварияның һөҙөмтәләре бик аяныслы: урында биш кеше һәләк булған. Уларҙың өсәүһе “Шкода”ла, иәүһе “Рено” машинаһында ултырған. Әле кешеләрҙең кемлеге һәм араларында балаларҙың булыу-булмауы асыҡлана.

Кисә генә байрам көндәрендә булған ике авария сәбәпле биш кешенең ғүмере өҙөлөүө тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн йәнә ҡурҡыныс яңылыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам осоронда авариялар арта. Ҡар иреп бөткәс, ҡайһы бер водителдәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота башлай. Тиҙлекте арттыралар, төнгө юлдарҙа ҡыуалар. Бындай ҡурҡыныс хәлгә тарымаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итергә ярамай. Улар ябай: тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙ дистанция һаҡларға, алдан килгән машинаны уҙырға сыҡҡан саҡта маневерҙың хәүефһеҙ икәнлегенә инанырға кәрәк. Эскән килеш рулгә ултырыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.

Юлдарыбыҙ имен булһын. Һәр ҡайһыбыҙҙы иҫән-һау килеш өйҙә көтәләр.

 

Фото:ЮХХДИ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Бер авария - биш ғүмер
Бер авария - биш ғүмер
Бер авария - биш ғүмер
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в