Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Май 2022, 09:29

Йыуаға тип сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған

Юғалған ҡатындың әхирәте ҡотҡарыусыларға хәбәр иткән...

Раян Атанбаев
Фото:Раян Атанбаев

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә һәм полицияға Ҡәҙер ауылы янындағы урманда юғалған ҡатынды таба алды.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, юғалған ҡатын 6 майҙа көндөҙ әхирәте менән бергә урманға йыуа йыйырға киткән. Ханымдар машина янында киске сәғәт 7-лә осрашырға килешә, әммә уларҙың береһе кире әйләнеп ҡайтмай.

«Әхирәте "112" авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәс, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр шундау уҡ ҡатынды эҙләүгә тотондо. Иртә таңдан юғалған ханым урмандан үҙ аллы сыҡты», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Асыҡланыуынса, ҡатын урманда йоҡлаған, таң менән иһә ауылға ҡайтыу юлын тауҙан табып алған.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: