Бөтә яңылыҡтар

Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара

       

Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара
Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара

Ошо көндәрҙә Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылы эргәһендәге бәләгә ике үҫмер сик ҡуя. 79-сы янғын һүндереү часы етәксеһе Шамил Зәйнәғәтдинов хәбәр итеүенсә, ауыл эргәһендә үлән янып китә.

Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына ут ағастарға, унан инде йорттарға күсмәй ҡала. Утты күреп ҡалыу менән Тимофей менән Александр көрәк ала ла квадроциклға ултырып янғын урынына ҡуҙғала. Ул арала янғын һүндереүселәргә лә хәбәр итәләр. 9 А класында белем алған был үҫмерҙәрҙең уяулығы һәм батырлығы арҡаһында ут ауылға килеп етмәй.

Янғын һүндереүселәр һәм ауыл халҡы малайҙарға ҙур рәхмәтен еткерә.      

 

Фото һәм мәғлүмәт “Иглин хәбәрҙәре” гәзитенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова

Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара
Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в