Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Май 2022, 12:32

Бөгөн төндә Хәйбулла районында үлемесле авария теркәлгән

Сибай-Аҡъяр автомобиль юлында 24 йәшлек  ҡыҙ һәләк булған

Бөгөн төндә Хәйбулла районында үлемесле авария теркәлгән
Бөгөн төндә Хәйбулла районында үлемесле авария теркәлгән

Бөгөн төндә Хәйбулла районында булған  юл-транспорт аварияһында йәш ҡыҙ һәләк  булған.

Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә,  авария Сибай Аҡъяр юлында теркәлгән. Асыҡланыуынса, Йылайыр районы кешеһе “Лада Приора” машинаһы менән идара итә алмай, юл ситенә ауа.  Алған тән йәрәхәттәренән 24 йәшлек пассажир ҡыҙ һәләк була, 32 йәшлек ҡатынға медицина ярҙамы күрһәтелә. Әле тикшереү эше бара.

 

https://www.bashinform.ru/

"Башинформ" мәғлүмәте

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: