Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Май 2022, 10:09

Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...

60 йәшлек ир Баймаҡ дауаханаһына оҙатылған...

Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...
Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...

Кисә киске сәғәт 8 тирәһендә Баймаҡ районында Сермән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының 26-сы саҡрымында 45 йәшлек ир "МТЗ-80" тракторы менән идара итеп, юл ситенә сығып осҡан.

Авария һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған 60 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, тракторсының водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ уның иҫерек булыуы асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәләре - 1,273 мг/л күрһәткән. Етмәһә, транспорт  билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән. 

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

 

фото:ЮХХДИ.

 

 

Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...
Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...
Таныҡлыҡһыҙ һәм иҫерек булған...
Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: