Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Май 2022, 07:46

Биш балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...

Күрше районда - ҡот осҡос янғын...

Биш балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...
Биш балалы ғаилә йортһоҙ ҡалды...

5 майҙа кискеһен Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылындағы йорттоң яныуы тураһында хәбәр килде. Урынға янғын һүндереүселәр һәм Ишмөхәмәт ауылы ирекле янғын командаһы көстәре килде.

Беренсе янғын һүндереүселәр подразделениеһы килеп еткәндә 20х8 метр ҙурлығындағы ике фатирлы бүрәнә йорт яныуы күҙәтелгән. Янғын һүндерелгән.

«Янғын һөҙөмтәһендә беренсе фатирҙа 1968 йылғы ҡатын зыян күргән. Ул медицина ярҙамы күрһәткәс, медицина учреждениеһынан баш тартҡан. Икенсе фатирҙа ишле ғаилә донъя көткән, бында йәшәгән биш баланың иң кесеһе - 2021 йылғы. Улар араһында зыян күреүселәр юҡ. Янғындан һуң йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла Ишмөхәмәт ауылындағы туғандарында урынлашҡан», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.

 

 

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: