Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Май 2022, 18:44

"Жди меня" тапшырыуына мөрәжәғәт иткән булған

Үҙ ҡулдары менән балаһын быуып үлтергән Сибайҙа йәшәгән ҡатындың ике йөҙлөлөгө хайран ҡалдыра....  

"Жди меня" тапшырыуына мөрәжәғәт иткән булған
"Жди меня" тапшырыуына мөрәжәғәт иткән булған

Бар республиканы тетрәндергән хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Сибайҙа йәшәгән ҡатын өйҙәшенең ҡушыуы буйынса үҙенең 11 йәшлек улын быуып үлтереп, уны урманда күмеп ҡуйған. Һәм 20 йыл ғүмерен уны эҙләгән, юҡһынған кеше булып йәшәгән.  

Әле был хәлдең тағы бер аяныслы нескәлеге билдәле булды. “Курьер. Среда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡатын ул саҡта федераль каналда барған “Көт мине” тапшырыуына мөрәжәғәт иткән. Унда күҙ йәштәрен ағыҙып, үҙенең яратҡан улын эҙләүе һәм уның мотлаҡ тере килеш табылырына ышанысы тураһында һөйләп ултырған.

– Кеше ышандырып тапшырыуға мөрәжәғәт иткән булған, үҙе үк балаһын үлтергәс, был нимәгә кәрәккәндер. Был ҡатын әлеге ире менән йәшәй башлаған саҡта улы уның әсәһе менән Баймаҡта йәшәй ине. Был хәл башҡа һыймай, – тигән Римма исемле ҡатын баҫмаға.

Ул саҡта юғалған баланың фотоһүрәтен бөтә урындағы гәзиттәрҙә баҫтырып та эҙләгәндәр.

Әле 52 йәшлек ҡатын һәм уның 62 йәшлек өйҙәше СИЗО-ла. Уларға бәләкәй баланы үлтереү һәм үлтереүгә ҡотортоу статьялары буйынса енәйәт эштәре асылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл 2001 йылда Сибайҙа була. Малай велосипеды менән өләсәһенә ҡунаҡҡа китә һәм кире юлда ғәйеп була. Тик 16 йыл үткәс кенә уның кәүҙәһен урманда бәшмәкселәр таба. Экспертиза уның шәхесен раҫлай. Ә 2022 йылда тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ысын үлтереүселәрҙе таба һәм быны дәлилләй.

 

 

 

Фото: Тәфтиш комитеты. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: