

6 майҙа төндә Өфөлә Урмансылар паркына ингән ерҙән Урман тыҡрығы урамында ер убылған
Был хәл тураһында ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр иткән. Фотолар буйынса, соҡор урамда машиналар йөрөгән юлда барлыҡҡа килгән. Был юлда машиналар күпләп йөрөй тип әйтеп булмай, әммә эргәләге дауахананан пациенттар һәм ауырыуҙарға килеүселәр бихисап.
Мэр белдереүенсә, соҡорҙоң диаметры 50 метрға яҡын, тәрәнлеге 5 метр самаһы. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Әле белгестәр был хәл буйынса урында эшләй.
фото: Администрация Уфы