ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Май 2022, 16:35

Үҙен үҙе быса...

Улы шылтыратыуҙарға яуап бирмәгәс, әсәһе йортҡа килә һәм фажиғәле хәлде күрә....

Үҙен үҙе быса...Үҙен үҙе быса...
Үҙен үҙе быса...

Аңһыҙ үлем тигәндәре шулдыр, күрәһең. Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 49 йәшлек ир бензин менән эшләгән өр-яңы бысҡы һатып ала һәм уны тикшереп ҡарарға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бысҡының сылбыры футболкаһының ситенән эләктерә, ир уны һүндереп өлгөрә алмай. Һөҙөмтәлә үҙ-үҙен быса һәм шунда уҡ йән бирә.

Күршеләре әйтеүенсә, һәләк булған ир яңғыҙ йәшәгән. Улының үле кәүҙәһен әсәһе таба. Ул, балаһы шылтыратыуҙарға яуап бирмәгәс, үҙе йортҡа килә һәм фажиғәле хәлде күрә.

Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ!

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас