

3 майҙа кискеһен Хәйбулла районындағы трассала авария 56 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙҙө.
Республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәйәүле юл ситенән барған. Юлдыбай - Аҡъяр - Һары автомобиль юлының 43-сө саҡрымында Ейәнсура районынан 46 йәшлек ир «Газель» менән идара иткәндә уны күрмәйенсә бәрҙергән. Йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән. Водитель аңлатыуынса, ҡатын юл буйлап яҡтылыҡты кире ҡайтармаған элементтарһыҙ китеп барған.
Фажиғәгә тарыусының ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.