

Стәрлетамаҡтағы супермаркеттарҙың береһендә аҙыҡ-түлек кәрзиндәре араһынан үтеп ингән ҙур йылан (питон), хеҙмәткәрҙәрҙе һәм һатып алыусыларҙы ҡурҡытҡан.
Магазинға ҙур йыланды иҫерек ир муйынына аҫып алып ингән. «КП-Уфа» билдәләүенсә, бер мәл питон ҡолап төшкән һәм хужаһынан уңышлы ҡасып өлгөргән.
Иҫерек ир Ева тигән ҡушаматлы йәнлекте янына килергә өгөтләгән, әммә питон яңғыҙлыҡты өҫтөн күргән. Супермаркеттан бөтә кешеләрҙе эвакуациялағандан һуң полиция килеп етә һәм йылан хужаһын ҡулға ала. Йылан да изоляцияланған һәм хәҙер хәүеф тыуҙырмай.