ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Апрель 2022, 11:16

Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

-

Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар барУльяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар
Ульяновск өлкәһендә бер ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған: ҡорбандар бар

Ульяновск өлкәһендә билдәһеҙ ир балалар баҡсаһында атыш ойошторған. Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанма менән РБК хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙгө йоҡо ваҡытында «Иж-27» менән ҡоралланған бер ир балалар баҡсаһы хеҙмәткәренә һәм 5 йәшлек малайға, 6 йәшлек ҡыҙға атҡан, һуңынан үҙ-үҙенә ҡул һалған, «112» һәм «База» Telegram-каналдары. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һаҡсы тормаған, хәүеф төймәһе генә булған.

«База» мәғлүмәттәре буйынса, үлтереүсе төп ишектән ингән, иҙән йыуып йөрөгән ҡатынды этеп ебәргән. Һуңынан икенсе ҡатҡа күтәрелгән дә, мылтыҡтан ата башлаған.

Ульяновск өлкәһендәге атышта дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Ирҙең шәхесе асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-04-26/muzhchina-otkryl-strelbu-v-detsadu-pogibli-dvoe-detey-2784919

Автор:
Читайте нас