ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Апрель 2022, 07:34

Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған

   

Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылғанХәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған
Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған

Кисен Баймаҡ районында Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 154-се саҡрымында ВАЗ-2107 автомобиле менән идара иткән Сибайҙа йәшәгән 44 йәшлек ир юл ситенә сығып осҡан һәм түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның Хәйбулла районынан 20 йәшлек пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Билдәле булыуынса, водитель быға тиклем иҫерек килеш автомобиль менән ҡабаттан идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Был юлы ул медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһына ярашлы яңы енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тикшереү башланған, уның барышында фажиғә сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.

 

 

фото:ЮХХДИ

Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған
Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған
Хәйбулла районынан 20 йәшлек егет дауаханаға оҙатылған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас