ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Апрель 2022, 17:44

Йыуаға тип сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған

Рамазандың имен-һау табылыуын теләйбеҙ.

Йыуаға тип сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмағанЙыуаға тип сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған
Йыуаға тип сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған

Кисәнән бирле Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан Рамазан Мәхийәновты таба алмайҙар. Егет ауыл янындағы тауға йыуаға тип сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Рамазан намаҙ уҡый, ураҙа тота.

Билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре ҡара-һоро, күҙҙәре һоро. Еңелсә ҡыҙыл жилет, кроссовки, күлдәк, салбар кейгән. Әгәр Рамазанды күреүселәр булһа 112 телефонына йәки 89373102112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Рамазанды эҙләү бөгөн дә дауам итә, телефонын һыу аша ырғып сыҡҡанда төшөрөп ҡалдырған, тип хәбәр итә ауылдаштары. Егетте эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушылған, квадроцикл, квадрокоптер һәм мотоцикллы кешеләр кәрәк! Зинһар, ярҙам итегеҙ, тип яҙа Әхмәт ауылы халҡы.

Беҙ ҙә Рамазандың имен-һау табылыуын теләйбеҙ.

 

 

 

Фото: "Абзелил" гәзите сайтынан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас