ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Апрель 2022, 23:04

Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?

Ике балыҡсы боҙ өҫтөндә ағып китә. Үкенескә күрә...

Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?
Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?

21 апрелдә кискеһен ҡотҡарыусыларға Нуриман районында Павловка һыуһаҡлағысы уртаһында ике ирҙең боҙҙа булыуы тураһында мәғлүмәт килгән.

Урынға Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Павловка ауылы ҡотҡарыусылары ебәрелгән.

«Килеп еткәс, ирҙәрҙең боҙ аҫтына төшөүе асыҡланған, 1972 йылғы ирҙәрҙең береһе һыуға батҡан тип фаразлана, уны таба алмағандар. 1973 йылғы икенсе ир үҙаллы ярға сыҡҡан һәм ошо хәл тураһында һөйләгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, икенсе балыҡсыны 22 апрелдә көндөҙ эҙләү күҙаллана.

Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ йомшара, ул өҫтән ҡояш һәм ҡар һыуы тарафынан иретелә, ә аҫтан боҙ һыу ағымы менән ашала, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Боҙ өҫтөнән яҙғыһын йөрөү бик хәүефле - теләһә ниндәй ваҡытта боҙҙоң убылып төшөүе һәм баш өҫтөнә ҡапланыуы ихтимал. Фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймау өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:

- яҙғыһын боҙ аяҡ аҫтында тиҙ емерелә;

- боҙ яр буйҙарында тиҙерәк ирей;

- ҡар менән ҡапланған яҙғы боҙ кәүшәк массаға әүерелә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яҙғы осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә:

- бер ҡасан да ҡараңғы ваҡытта һәм насар күренгәндә боҙға сыҡмағыҙ (томан, ҡар, ямғыр булһа);

- аяҡ менән һуғып боҙҙо ныҡлыҡҡа тикшермәгеҙ (әгәр беренсе тапҡыр ныҡ һуҡҡандан һуң ялан йәки саңғы таяҡсаһы аҙ ғына булһа ла һыу күренһә, ул боҙҙоң йоҡа булыуын, уның буйлап йөрөргә ярамағанлығын аңлата);

- ата-әсәләрҙән балаларҙы һыу ятҡылыҡтарына ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләрҙең йыш осраған сәбәптәренең береһе - алкоголь менән мауығыу.

 

 

 

Фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас