ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Апрель 2022, 17:42

Уҙған тәүлектә 6,6 гектар урман янған

Хәйбулла районында өсөнсө класлы янғын хәүефе иғлан ителде

Уҙған тәүлектә 6,6 гектар урман янғанУҙған тәүлектә 6,6 гектар урман янған
Уҙған тәүлектә 6,6 гектар урман янған

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 6,6 гектар майҙанда тағы ике тәбиғәт янғыны теркәлгән һәм һүндерелгән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.

Ике янғын да Бөрйән районында 1,9 һәм 4,7 гектар майҙанда асыҡланған. 20 апрелдә ҡотҡарыусылар Баймаҡ районында ике урман янғыны хаҡында хәбәр итте.

«2022 йылда янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 13,8 гектар майҙанда дүрт тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ошо көнгә республикала 14 янғын иҫәпләнгән. Ул саҡта урман фондының 21,3 гектар биләмәһе янған», - тип белдерҙеләр ведомствола.

Бөгөн Башҡортостандың урман фондында 1, 2, 3 класлы янғын хәүефе фаразлана.

Өҫтәүенә республиканың туғыҙ районында өсөнсө класлы янғын хәүефе көтөлә. Улар араһында - Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Әбйәлил. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, тотороҡло йылы температура урынлашыуға һәм янғын хәүефенең артыуына бәйле 2022 йылдың 15 апреленән Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел иғлан ителде.

 

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас