

Әбйәлил районында кисә кискеһен Ҡыҙыл Башҡортостан ауылы эргәһендә Магнитогорск - Аэропорт автомобиль юлының 4-се саҡрымында «ВАЗ-2113» менән ҡаршыға килгән «Лада Веста» төкөшкән. Шунан һуң тәүге автомобилдең алғы һул тәгәрмәсе ысҡынған - ул ҡаршыға килгән Daewoo Nexia автомобиленә бәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә «ВАЗ»дың 25 йәшлек водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. «Лада Веста»ның 44 йәшлек водителенә медицина ярҙамы кәрәк булған. Һәләк булыусының водитель таныҡлығы булмағанлығы билдәле. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан.
фото һәм видео: ЮХХДИ.