

19 апрелдә көндөҙ янғын һүндереүселәргә Учалы районы Миндәк ҡасабаһының Партизан урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Алдағы мәғлүмәттәре буйынса, өлкән йәштәге ир шәхси йорттоң ихатаһында ҡоро үләнде яндырырға хәл иткән. Һанаулы минуттар эсендә ялҡын тарала башланы. Был ваҡытта өйҙә булған ирҙең ҡатыны, быны күреп ҡалып, шунда уҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
«Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, шәхси хужалыҡ биләмәһендә үлән яныуы асыҡланған. Үкенескә күрә, янғынды һүндергән саҡта ерҙә 1959 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Уның үлем сәбәбе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсе эшләй», - тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы