

17 апрелдә төнгә ҡарай М-5 «Урал» автомобиль юлының 1508-се саҡрымында Chevrolet Niva водителе 32 йәшлек юл-патруль хеҙмәте инспекторын бәрҙергән.
Йәрәхәтләнгән инспекторҙы 13-сө ҡала дауаханаһына алып киткәндәр. Үкенескә күрә, полицияның өлкән лейтенанты Рәфис Хәйретдинов вафат булған.
Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар