ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Апрель 2022, 14:21

Сәй эсәм, тип...

Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Кем уйлаған, сәйнүк арҡаһында бәләгә тарырбыҙ тип...

Сәй эсәм, тип...Сәй эсәм, тип...
Сәй эсәм, тип...

18-се ҡала дауаханаһында сәйнүк янып китеп, янғын сыға яҙған. Ваҡиға урынына янғындың юғары рангы буйынса көс һәм һүндереү саралары ебәрелгән. Ут сығыуға персонал бүлмәһендәге сәйнүктең төҙөк булмауы сәбәпсе булған.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, дауахана хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән утты һүндереүгә  өлгәшкән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың тәүтикшереүселәре хәлде асыҡлай. Электр приборҙарының төҙөклөгөн тикшереп торорға, боҙоҡ, тейешле талаптарға эйә булмағандарынан файҙаланмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

 

 

 

Фото: ya-rostislav.ru

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-04-17/s-y-es-m-tip-2772672
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас